Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Ғинуар 2022, 11:45

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы бара

Конкурс «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолған.

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы бара
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы бара

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә таянып, “Башинформ” хәбәр итеүенсә, конкурстың зона этабы онлайн-форматта Мәләүез, Туймазы, Тәтешле, Салауат райондарында, шулай уҡ Сибай, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында уҙғарыла. Жюри видеороликтарҙы ҡарағандан һуң, 2022 йылдың 10 февраленә тиклем финалсыларҙы билдәләргә тейеш.

Конкурстың әлеге этабынан һуң республика турына үткән 21 ғаилә иғлан ителә. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары 2022 йылдың 1 мартында «Етегән» байрамы — ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә билдәле була.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: