Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Ғинуар 2022, 17:05

Рәсәй матбуғаты көнөндә журналистар бүләкләнде

Йыл һайын 13 ғинуарҙа ваҡытлы матбуғат, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең, журналистарҙың һөнәри байрамы — Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә

Рәсәй матбуғаты көнөндә журналистар бүләкләнде
Рәсәй матбуғаты көнөндә журналистар бүләкләнде

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара ойошторҙо, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Йыл һайын 13 ғинуарҙа ваҡытлы матбуғат, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең, журналистарҙың һөнәри байрамы — Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. Һөнәри байрам тарихи дата — Рәсәйҙә баҫма вариантта беренсе гәзиттең сыға башлауы менән бәйле. 1703 йылдың 13 ғинуарында Петр I  указы буйынса «Ведомости» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Иҫке Яңы йыл алдынан Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Журналистика һәр заманда ла иң мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һөнәр булып ҡала, тип билдәләне ул.

— Республикабыҙҙа ошо һөнәри байрам баҫма матбуғат, электрон киң мәғлүмәт саралары, телерадиокомпаниялар хеҙмәткәрҙәрен һәм йөҙҙән ашыу полиграфия предприятиелары, фирмалары коллективтарын берләштерә. Башҡортостан Республикаһының медиаструктураһы әүҙем үҫешә, беҙ яңы майҙансыҡтарҙы тиҙ үҙләштерәбеҙ, коммуникация каналдарын арттырабыҙ. Уҙған йыл халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге сағыу ваҡиғаларға бай булды. Журналистарыбыҙ республиканы киң мәғлүмәт сараларында лайыҡлы күрһәтте, интернет киңлектәрен уңышлы үҙләштерә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса матбуғат баҫмалары өсөн Һанлы медиамәктәп ойошторолдо. Ошо өлкә яҡшы перспективалар күрһәтә, беҙҙең бурыс – һанлы компетенцияларҙы йылдам темптар менән үҫтереү, матбуғатҡа яңылыҡ һәм медиа продукттары булдырыуҙан тыш, коммерция тәҡдимдәрен арттырыу мөмкинлеген биреү, — тине Максим Ульчев.

Журналистар 2021 йыл йомғаҡтары буйынса ижади конкурс еңеүселәренең дипломдары менән бүләкләнде. Уларҙы төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һөнәри байрамдары менән тәбрикләне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: