Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Ғинуар 2022, 19:45

Өс йәшкәсә балаларға 6 мең һум түләнә

Башҡортостанда 3 йәшкәсә балаларҙы шәхси балалар баҡсаларына йөрөтөү өсөн 6 мең һум бирелә

Өс йәшкәсә балаларға 6 мең һум түләнә
Өс йәшкәсә балаларға 6 мең һум түләнә

Башҡортостанда муниципаль балалар баҡсаһындағы урынға дәғүә иткән ғаиләләр балаларын шәхси балалар баҡсаһына йөрөтөргә мөмкин. Бында ата-әсәләр ғәҙәти балалар баҡсаһындағы кеүек үк түләй, ҡалған өлөшөн бюджет индерә, тип хәбәр итә “Башинформ”. Был нисек эшләй?

Муниципаль балалар баҡсаһында әлегә урыны булмаған ике айҙан өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре компенсация, йәғни шәхси балалар баҡсаһы өсөн сертификат алырға хоҡуҡлы.

Сертификаттың күләме – бер балаға айына 6000 һум. Дәүләт балалар баҡсаларындағы кеүек үк, ата-әсәләр ҙә үҙ өлөшөн түләй, Өфөлә иһә көнөнә – 153 һум. Һөҙөмтәлә ата-әсәләр муниципаль балалар баҡсаһына ҡарағанда күберәк түләмәй.

Сертификат алыу өсөн ғаризаны бер нисә ысул менән бирергә мөмкин.

Сертификатты аҡсалата алып булмай. Аҡса туранан-тура бала йөрөгән шәхси балалар учреждениеһы иҫәбенә күсерелә.

Сертификат алыу өсөн баланың ата-әсәһенә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки райондың мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: