Йәмғиәт Общество
17 Ғинуар 2022, 07:45

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар ҡәтғиләштерелеүе ихтимал

Яңы сикләүҙәр индерергә мәжбүр булыу ихтималлығы тураһында республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар ҡәтғиләштерелеүе ихтималБашҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар ҡәтғиләштерелеүе ихтимал
Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы саралар ҡәтғиләштерелеүе ихтимал

“Күп кенә илдәрҙә ковидҡа ҡаршы ярайһы уҡ ҡаты саралар индерелә: Австрия энергетика компанияһы казарма режимына күсеү тураһында иғлан итте – хеҙмәткәрҙәр бер ай эш урынын ҡалдырырға тейеш түгел, Нидерландта локдаун индерҙеләр, Британияла һәм АҠШ-та мәктәптәр эшләмәй. Пекинда Уйындар алдынан “олимпия ҡыуығы” ойошторолдо. Беҙҙең өсөн бөгөн бындай саралар артыҡ, тип иҫәпләйем, әммә хәл-торош борсолоу уята”, – тип белдерҙе премьер

Андрей Назаров әйтеүенсә, “омикрон”дың донъяла таралыу динамикаһын иҫәпкә алып, киләһе аҙналарҙа уҡ был штамм менән ауырыуҙың күп тапҡырҙарға артыуына әҙерләнергә кәрәк.

Фото: РБК Уфа

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас