Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Ғинуар 2022, 17:45

Мәктәптәр ябыла

Башҡортостанда коронавирус ныҡ таралған мәктәптәрҙе ябыу планлаштырыла

Мәктәптәр ябыла
Мәктәптәр ябыла

17 ғинуарҙа Башҡортостан уҡыусылары ҡышҡы каникулдан сыҡты. Республика етәксеһе Радий Хәбиров бынан алда белем биреү учреждениеларында коронавирусҡа ҡаршы сараларҙы үтәүҙе көсәйтергә ҡушҡайны, тип хәбәр итә “Башинформ”.

«Ковидҡа ҡаршы инспекторҙары эшкә сыҡты, шулай уҡ методик тәҡдимдәрҙе яңырттыҡ, ата-әсәләргә температураһы булған баланы уҡырға ебәреү тыйыла», — тип аңлатты республиканың Мәғариф министрлығы вәкиле.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, сир сығанаҡтары теркәлгән мәктәптәр ябылырға тейеш.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: