Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Ғинуар 2022, 14:45

Прививка яһатмаған балалар уҡыуҙан ситләтеләме?

Республика уҡыусылары үҙ теләге менән коронавирустан вакцина яһатырға мөмкин

Прививка яһатмаған балалар уҡыуҙан ситләтеләме?
Прививка яһатмаған балалар уҡыуҙан ситләтеләме?

«Әлеге ваҡытта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһарға теләгән уҡыусылар һаны буйынса мониторинг үткәрелә (ата-әсәнең йәки башҡа законлы вәкилдең яҙма ғаризаһы булған осраҡта), ләкин ҡабатлап әйтәбеҙ: теләк буйынса ғына», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, прививка яһатмаған балаларҙы бер кем дә уҡыуҙан ситләтмәй. Бының өсөн бер ниндәй ҙә хоҡуҡи нигеҙ юҡ.

24 ноябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар өсөн коронавирусҡа ҡаршы «Спутник М» вакцинаһын теркәне. Препарат ике компоненттан тора. Прививка 12 йәше тулған балаларға эшләнә. 12-15 йәшлек балалар өсөн вакцинацияға — ата-әсәләрҙең, ә 15 йәше тулғандарға үҙҙәренең яҙма ризалығы кәрәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: