Йәмғиәт Общество
18 Января 2022, 11:27

Үлемесле авария

Бөгөн Мәләүез районында үлемесле аврия теркәлгән.

Үлемесле аварияҮлемесле авария
Үлемесле авария

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфө-Ырымбур трассаһының 216-сы километрында «Лада Приора» һәм Skoda Octavia бәрелешкән. Һөҙөмтәлә, "Лада"ның водителе һәм пассажиры ваҡиға урынында йән биргән. Сит ил машинаһының пассажирын ҡотҡарыусылар машинанан сығарып алған. Ҡатын йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. 

Белгестәр ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас