

Депутаттар II и III уҡыуҙан һуң, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына педофил-рецидивистарҙы ғүмерлеккә хөкүм итеү тураһында үҙгәрештәр индерҙе.
Был яза 18 йәшкә тиклемгеләргә ҡарата ҡабатлап йәки бер тапҡыр, әммә бер нисә балаға ҡарата енәйәт ҡылыусыларға ҡаралған. Әлегәсә бындай хөкүмгә 14 йәшкә тиклемге балаларға ҡарата енәйәт ҡылыусылар тарттырылған булған.
Үлем язаһына тарттырыу тураһында, шулай уҡ ғүмер буйы электрон браслет йөрөтөү тураһындағы төҙәтеүҙәр индереү кире ҡағылған.