

Салауат районында йәшәгән ҡатындың мәрхүм булған ире исеменә ике йыл дауамында коммуналь хеҙмәттәрҙән квитанциялар килә, тип яҙа Bash.news.
Сүп сығарған өсөн дә ай һайын квитанция килтерәләр. Хаҡлы ялдағы ханым был кввитанциялар буйынса түләүҙәр башҡармаған, шуға күрә лә хеҙмәттәр өсөн ҙур бурыс йыйылған. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙәрен үтенеп, ҡатын ауыл советына, төбәк операторына мөрәжәғәт иткән.
Олия Йәнгирова 56 йыл ғүмер иткән тормош юлдашын ике йыл элек мәңгелеккә юғалта.
Йәнгировтарҙың ауылда ике йорто бар. Уларҙың береһендә ҡатын бөтөнләй йәшәмәй. Әммә квитанциялар әле һаман ике кеше исеменә ебәрелә. Шул иҫәптән сүп сығарған өсөн дә түләүҙәр үлгән тормош иптәше исеменә ебәрелә.
Хаҡлы ялдағы ханымдың йортонда улы, ейәне теркәлгән. Әммә улар бында йәшәмәй. Шуға ҡарамаҫтан, бөтәһе өсөн дә түләргә тура килә. Ханым тик теге донъяға киткәндәр өсөн түләргә тейешменме икән, тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Үҙенең тормош иптәше күптән инде бындай хеҙмәттәр менән ҡулланмай тигән ғариза менән ауыл советына мөрөжәғәт итә. Унда ханыма ғаиләнең фактик составы хаҡында белешмә биреп, төбәк операторына йүнәлтәләр.
Төбәк операторы үҙ сиратында, квитанциялар буйынса түләүҙәрҙе яңынан ҡарап сығып иҫәпләргә вәғәҙәләйҙәр. Әммә сүп сығарған өсөн түләүҙәрҙе, был адрес буйынса йәшәмәгән осраҡта ла тулыһынса алып ташлап булмай. Йортта бер кем дә рәсми теркәлмәгән осраҡта, хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә милек хужаһы яуаплы.
Фото: bash.news