

Башҡортостанда уҙған йылдың 11 айында 61541 кеше вафат булған. Был 2020 йылдың шул осоро менән сағыштырғанда 14,9 процентҡа күберәк. Үлем коэффициенты 1000 кешегә 16,8 процент тәшкил иткән. 42 районда үлем осрағы тотош республикалағыға ҡарағанда юғары булған.
Шулай итеп, үлемдең иң юғары күрһәткесе Борай районында теркәлгән, 1000 кешегә - 25,9. Шулай уҡ Әлшәй (23,9), Баҡалы (23,8), Саҡмағош (23,6) һәм Архангел (23,2) райондары "ҡыҙыл зона"ла.
Өфө (12,3) һәм Бөрйән (13,5) райондарында, шулай уҡ Сибай (14,2), Нефтекама (14,3) һәм Стәрлетамаҡ (14,6) ҡалаларында үлем - республика буйынса уртансы күрһәткестән түбән.
Сығанаҡ һәм фото: ufatime.ru