

Башҡортостанда быйыл коронавирус пандемияһына бәйле 25 ғинуарҙа Студенттар көнө уңайынан күп кеше ҡатнашҡан саралар уҙғарылмай. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”.
«Коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, беҙ күмәк саралар ойошторорға ярамай тигән ҡарар ҡабул иттек. Шуға ҡарамаҫтан, студенттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, күреүегеҙсә, уҙған йылдарҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәр бында ҡалһын өсөн байтаҡ эш башҡарылды, үҙебеҙҙең ғилми-белем биреү үҙәктәрен үҫтереү, кампус йәһәтенән яҡшы перспективалар бар. Ҡәҙерле студенттарыбыҙға уңыштар теләйем», — тине республика етәксеһе.