

Өфөлә хеҙмәт интенсивлығы өсөн өҫтәлмә түләм индерелгән: водителдәргә һәм механизаторҙарға тарифҡа ҡарата – 75%, юл эшселәренә — 14%. Бынан тыш, айлыҡ премия водителдәргә һәм механизаторҙарға 70-тән 100 процентҡа тиклем, юл эшселәренә 60-тан 100 процентҡа тиклем арттырылған, тип хәбәр итә “Башинформ” Өфө мэры Сергей Грековҡа һылтанма менән.
«При этом, дорожные рабочие 5 разряда будут получать без учёта переработок и работы в выходные дни — 32 000 рублей, а с переработкой — в среднем 40 000 рублей. Рост заработной платы составит от 25% до 40%. Повышение зарплаты произойдет, в целом, по году, а размер повышения в зимний период будет выше, чем в летний на 20%», — тип белдергән Сергей Греков.
Ул хәҙерге ваҡытта эшселәрҙең был категорияһы буйынса штат 60% ҡына комплектланыуын билдәләгән. Мэр аңлатыуынса, бындай хәл эш хаҡы бәләкәй булыуына һәм айырыуса ҡышҡы осорҙа эш күп булыуына бәйле.