

Ейәнсура районында бөгөн төндә аяҙлы-болотло булыуы, һауа температураһы –19 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә, тип фаразай Яндекс. Погода. Ел секундына 1,5 м тиҙлектә көньяҡ-көнсығыштан иҫә.
Иртәгә, 26 ғинуарҙа көн болотло буласаҡ. Һауа температураһы иртән –19 градус тәшкил итеп, көн дауамында яйлап күтәреләсәк һәм кискә –7...–8 градусҡаса йылытасаҡ. Көндөҙ һәм төндә бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Кесе йомала, 27 ғинуарҙа, көн болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы – 6...–8 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.