Йәмғиәт Общество
25 Ғинуар 2022, 13:45

Ванганың фараздары буйынса йәнә пандемия көтөлә

Себерҙәге ҡурҡыныс вирус “иреккә сығасаҡ”

Ванганың фараздары буйынса йәнә пандемия көтөләВанганың фараздары буйынса йәнә пандемия көтөлә
Ванганың фараздары буйынса йәнә пандемия көтөлә

Күрәҙәсе Ванганың 2022 йылға булған иҫ китмәле фараздары асыҡланған, тип яҙа “Ҡыҙыл таң”. 

Күрәҙәсенең фараздарын өйрәнеүселәр коронавирустың бер ҡасан да бөтмәҫенә ышана. Өҫтәүенә, планетала яңы пандемия ла башланырға мөмкин икән. Ванга һүҙҙәре буйынса, ул Себерҙәге вирустан барлыҡҡа киләсәк. Имеш, глобаль йылытыу мәңгелек туңлыҡтарҙы иретәсәк һәм ҡурҡыныс вирус “иреккә сығасаҡ”.

Фараздар дөрөҫ булһа, быйыл Азияның ҡайһы бер төбәктәрен һәм Австралияны һыу баҫасаҡ. Ҡайһы бер илдәрҙә эсә торған һыуға ҡытлыҡ башланасаҡ. Ванга бының сәбәбен халыҡтарҙың күпләп күсенеүе менән аңлатҡан.

Ә бына Һиндостанға быйыл аномаль эҫелек килергә тейеш, ти. Ул, уңыштың бер өлөшөн юҡ итәсәк, ҡалғанының башына саранча етәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас