Йәмғиәт Общество
27 Ғинуар 2022, 08:50

Хәйбуллалар Ейәнсураның иң ҙур предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

Район ҡулланыусылар йәмғиәте, йәғни РайПО – райондың иң  ҙур предприятиеһы. Бөгөн Ейәнсура райПО-һының 34 сауҙа нөктәһе бар. 160-тан ашыу райондаш ошо ойошмала эшләй.

Хәйбуллалар Ейәнсураның иң ҙур предприятиеһы эшмәкәрлеге менән таныштыХәйбуллалар Ейәнсураның иң ҙур предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты
Хәйбуллалар Ейәнсураның иң ҙур предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

Ошо һәм башҡа күрһәткестәре өсөн Ейәнсура райПО-һы 2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан буйынса “Йыл һалым түләүсеһе” номинацияһында 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Яңыраҡ Хәйбулла районы вәкилдәре беҙҙең районға килеп, предприятиеның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. 

Күршеләр “Эйек”, “Ейәнсура” кафеларында, ярымфабрикаттар әҙерләү, колбаса, кондитер, ыҫлау цехтарында, пекарня, йәшелсә һаҡлау, йөн һәм макулатура ҡабул итеү пункттарында булды.  

Был хаҡта райондың бизнес-шерифы @azamat_tangatarovich_zianchura үҙенең инстаграмында хәбәр итте.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас