Йәмғиәт Общество
30 Ғинуар 2022, 09:29

"Өйҙән уҡыуға күсерегеҙ!"

Башҡортостан уҡыусылары Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә.

"Өйҙән уҡыуға күсерегеҙ!""Өйҙән уҡыуға күсерегеҙ!"
"Өйҙән уҡыуға күсерегеҙ!"

Республика Башлығының инстаграмдағы сәхифәһенә уҡыусылар белем алыуҙы дистанцион формаға күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итә.

«Это крик души, закройте, пожалуйста, школы на дистанционку. Во всех школах болеет больше половины учащихся. Но школы не закрывают!»
«В 125 школе заболел родитель, его ребенок ходит в школу и может быть переносчиком. Ребенок заразит кого угодно в школе. Я тоже могу заразиться и заразить родных. Я все-таки переживаю за свое здоровье и здоровье родных. Примите меры, пожалуйста!»

Был комментаторҙарға Мәғариф министрлығы вәкиле яуап биреп, ҡайһы осраҡта уҡыусылар дистанцион белем алыуға күсерелеүе хаҡында аңлатты. Дистанцион уҡыуға күсереү тураһындағы ҡарарҙы тик Роспотребнадзор ҡабул итә. Ә ҡағиҙә буйынса, бер уҡыусыла коронавирус асыҡланһа, тотош класты карантинға ебәрәләр. Шулай уҡ кластағы уҡыусыларҙың 20 процентында киҫкен респиратор ауырыу булһа, класс 7 көнгә өйҙән уҡыуға күсә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас