Йәмғиәт Общество
2 Февраль 2022, 07:45

Балаларҙы түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөтмәгеҙ

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ике меңдән ашыу класс COVID-19 буйынса карантинда

Балаларҙы түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөтмәгеҙБалаларҙы түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөтмәгеҙ
Балаларҙы түңәрәктәргә һәм секцияларға йөрөтмәгеҙ

Яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫҡа. Тап шуның өсөн Роспотребнадзорҙың республика идаралығы башлығы Анна Казак Башҡортостанда йәшәүселәрҙән балаларҙы түңәрәктәргә, секцияларға һәм сауҙа үҙәктәренә йөрөтмәүҙәрен һораны. Был карантинда ултырған бәлиғ булмағандарға ҡағыла. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

«Республикала кластарҙы һәм мәктәптәрҙе ябыу кеүек карантин саралары етерлек, ләкин ата-әсәләргә балаларҙың өҫтәмә белем биреү учреждениеларына, түңәрәктәргә, секцияларға йөрөүенә юл ҡуйырға ярамай тип әйтке килә. Ата-әсәләрҙе бына шуға иғтибар итергә саҡырырға кәрәк», —  тине Анна Казак республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ике меңдән ашыу класс COVID-19 буйынса карантинда. Өфөлә 21 мәктәп дистанциялы уҡытыуға күсерелде.

Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас