Йәмғиәт Общество
2 Февраль 2022, 10:25

Көслө ел, епшек ҡар һәм томан

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә

Көслө ел, епшек ҡар һәм томанКөслө ел, епшек ҡар һәм томан
Көслө ел, епшек ҡар һәм томан

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә һауа шарттарының насарайыуы көтөлә. Төндә аяҙлы-болотло була. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр. Һауа температураһы -3,-8, аяҙытҡанда -10,-15 градус.

Көндөҙ болотло һауа торошо. Епшек ҡар, урыны менән буран, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 7-12 метр, урыны менән 18 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы -4, +1 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас