

Коронавирусҡа тест ыңғай булған осраҡта, пациент эшкә йөрөмәҫкә тейеш. Был хаҡта брифингта Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, тип яҙа “Башинформ”.
Зиннурова әйтеүенсә, сирле иң тәүҙә эш биреүсеһенә йәки уҡыған урыны буйынса етәксеһенә хәбәр итергә, «коллектив менән осрашмаҫҡа» бурыслы.
«Сир билдәләре булыу-булмауына ҡарамайынса, мотлаҡ өйҙә ҡалырға һәм табип саҡыртырға кәрәк. Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы ҡарарына ярашлы, кәмендә ете көнгә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асыу тураһында мәсьәлә хәл ителер», — тип билдәләне ул.