

“Роспотребнадзор” ковидлы ауырыуҙар менән контактта булғандар өсөн 14 көнлөк мотлаҡ изоляцияны ғәмәлдән сығарҙы, тип хәбәр итә ТАСС. Ведомство етәксеһе Анна Попованың был хаҡта ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында үткән шәмбелә баҫылған. Унда аңлатылыуынса, карантинды бөтөрөү документ көсөнә ингәнгә тиклем изоляцияла булғандарға ла ҡағыла.
Бынан тыш, ете көн һәм унан оҙағыраҡ дауаланған пациенттар өсөн коронавирус инфекцияһына мотлаҡ тест та ғәмәлдән сығарылды. Йәғни хәҙер стационарҙа йәки амбулатор шарттарҙа ковидтан кәмендә ете көн дауаланып, шәбәйгән кешеләр өсөн COVID-19-ға тест тапшырыу мотлаҡ түгел.
Фото: Гавриил Григоров/ТАСС.