Йәмғиәт Общество
7 Февраль 2022, 03:35

Өфө - Стәрлетамаҡ юлы хәүефһеҙерәк буласаҡ

Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә.

Өфө - Стәрлетамаҡ юлы хәүефһеҙерәк буласаҡӨфө - Стәрлетамаҡ юлы хәүефһеҙерәк буласаҡ
Өфө - Стәрлетамаҡ юлы хәүефһеҙерәк буласаҡ
"Өфө һәм Стәрлетамаҡ араһындағы трасса буйына яҡтылыҡ урынлаштырҙыҡ. Уны беҙ яйлап, этаплап тоташтырасаҡбыҙ. 2022 йылдың йәйе аҙағына трассаны тулыһынса яҡтыртасаҡбыҙ. Был юлда йөрөү хәүефһеҙерәк буласаҡ," - тип яҙа Хәбиров.

 Ул шулай уҡ Р-0Ю трассаһының 274-се саҡырымында ремонт эштәренә документ әҙерләнеүе хаҡында хәбәр итә.

"Проект әҙерләнә, документтар экспертизала. 2022-2023 йылдың башында бында ремонт эштәре тамамланыр тип ниәтләйбеҙ. Был ерҙә шулай уҡ дүрт һыҙат буласаҡ", - ти Радий Фәрит улы.

Стәрлетамаҡты урап үткән ерҙәге авариялы участок та, бик ауыр трасса булыуға ҡарамаҫтан, иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.

"Беҙ 23 айырыуса проблемалы километрҙарҙы проектлауҙы тамамланыҡ. Документтар экспертизала. Хәҙер проекттың федераль бюджеттан финанслау мәсьәләһе хәл ителә. Мин быйыл был эш башланыр тип өмөтләнәм. Киләһе йылда тамамлаһаҡ, Ашҡаҙарға тиклем дүрт һыҙат буласаҡ", - тип яҙа Башлыҡ
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас