Йәмғиәт Общество
10 Февраль 2022, 11:25

Башҡортостанда халыҡ һаны кәмегән

Статистиктар республикала күпме кеше йәшәүен хәбәр итте

Башҡортостанда халыҡ һаны кәмегәнБашҡортостанда халыҡ һаны кәмегән
Башҡортостанда халыҡ һаны кәмегән

2021 йылда Башҡортостанда халыҡ һаны 12,7 мең кешегә кәмегән, тип хәбәр итә “Башинформ” республика статистиктарының яҡынса мәғлүмәттәренә һылтанма менән.

2022 йылдың 1 ғинуарына республикала халыҡ һаны 4001052 тәшкил иткән, былтыр ғинуарҙа иһә 4013786 кеше булған.

Статистиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ҡала халҡы һаны 2021 йылда 4 мең кешегә тиерлек артҡан һәм 2, 515 млн тиерлек тәшкил иткән. Ауыл ерендә йәшәүселәр, киреһенсә, 16,7 мең кешегә кәмегән. 2022 йыл башына төбәктә ауыл халҡы һаны 1,486 млн кеше иҫәпләнә.

Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас