

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды муниципаль берәмектәрҙең балаларҙың ғаилә мөхитен һаҡлауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән инновацион социаль проекттарын конкурс нигеҙендә һайлап алыу турын ойоштора, тип хәбәр итә “Башинформ”, Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә һылтанма менән.
Урындағы үҙидара органдарына балаларҙың ғаилә мөхитен һаҡлауға һәм тергеҙеүгә булышлыҡ итеү конкурстың төп маҡсаты булып тора. Ғаризалар 2022 йылдың 21 мартынан 1 апреленә тиклем ҡабул ителә. Муниципаль берәмектәр фондтың 2 миллион һумға тиклемге грант ярҙамына иҫәп тоторға мөмкин (бер проектты финанслау күләме).
Тулыраҡ мәғлүмәт — ойоштороусыларҙың сайтында.
Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”.