Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Февраль 2022, 17:15

Бөгөн - Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө

Был көндө беҙҙең даими бағыусыбыҙ Рафиҡ Ғүмәр улы Ноғоманов тураһында яҙып үтмәү яҙыҡ булыр.

Бөгөн - Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө

Рафиҡ Ғүмәр улы беҙҙең гәзит тиражын арттырыу, уны уҡымлыраҡ итеү йәһәтенән, штаттан тыш авторҙарыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында башҡорт әҙәбиәтенең яңы донъя күргән китаптарын бүләк итеүҙе матур йолаға индерҙе. Әле Үргендән Зәйтүнә Түләбаева, Иҫәнғолдан Наил Юлдашбаев, Сәғиттән Ришат Ҡыуатов, Ҡужанаҡтан Земфира Ҡарағолова үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрҙе алды ла инде. Ә Иҫәнғолдан йәш һәләт Салауат Аҡъюлов менән Үтәғолдан Рәил ағай Яубаҫаровты матур китаптар редакцияла көтә!

 

Әйткәндәй, Рафиҡ Ғүмәр улы гәзиткә яҙылыусылар араһында үткәреләсәк бүләк уйнатыуға ла бағыусы булып, иң беренсе бүләктәрен - дүрт тономертҙы тотоп килеп еткәйне. Рәхмәт! Биргән ҡулдың бәрәкәте артһын! 

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас