

Киң мәғлүмәт саралары 9 февралдә Белорет районының Егәҙе ауылы янында 9 февраль иртәһендә сейсмологтар 2,5 балл ер һелкенеүен теркәүе тураһында хәбәр итеүгә бәйле “Башинформ” агентлығы Белорет районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте етәксеһе Антон Локоцковҡа мөрәжәғәт иткән. Уның әйтеүенсә, урындағы кешеләрҙән бер ниндәй ҙә ялыу килмәгән, ер тетрәү тураһында мәғлүмәт булмаған.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә шулай уҡ Белорет районында ер тетрәүе тураһында хәбәрҙәр булмауын белдергәндәр.