Йәмғиәт Общество
14 Февраль 2022, 05:45

Күп балалы әсә Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Финанс министрлығында яңы тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы

Күп балалы әсә Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары итеп тәғәйенләндеКүп балалы әсә Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде
Күп балалы әсә Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Финанс министрлығында яңы тәғәйенләү тураһында бойороҡҡа республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә “Башинформ”. Министр урынбаҫары вазифаһына Роза Йосопова тәғәйенләнде.

Иҡтисад фәндәре кандидаты Йосопова Роза Фәғит ҡыҙы 1982 йылдың 12 февралендә Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.

2005 – 2010 йылдарҙа аграр производство иҡтисады кафедраһы ассистенты, кафедраның өлкән уҡытыусыһы, бухгалтер иҫәбе һәм анализы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләгән. 2010 йылдан алып БР Финанс министрлығының производство тармаҡтарын һәм агросәнәғәт комплексын финанслау бүлеге начальнигы урынбаҫары һәм начальнигы вазифаларын биләгән

Роза Йосопова өс бала тәрбиәләй.

Фото: БР Хөкүмәте / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас