Йәмғиәт Общество
14 Февраль 2022, 03:45

Рәсәйҙә Изге Валентин көнөнөң популярлығы кәмей бара

Һорашыу Ғашиҡтар көнөн иғтибарҙан ситтә ҡалдырыусылар һаны артыуын күрһәткән

Рәсәйҙә Изге Валентин көнөнөң популярлығы кәмей бараРәсәйҙә Изге Валентин көнөнөң популярлығы кәмей бара
Рәсәйҙә Изге Валентин көнөнөң популярлығы кәмей бара

SuperJob үткәргән тикшеренеүҙең һөҙөмтәһе шундай, тип хәбәр итә “Башинформ”. Һорашыуҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 3 мең кеше ҡатнашҡан.

Асыҡланыуынса, быйыл Ғашиҡтар көнөн рәсәйлеләрҙең 12 проценты ғына байрам итергә йыйына, был 15 йыл элеккенән дүрт тапҡырға әҙерәк. Шул уҡ ваҡытта һәр өсөнсө ир-егет һөйгәненә байрам көнөндә сәскә бүләк итәсәге тураһында белдергән. 34 йәшкә тиклемге ир-аттар араһында быны һәр икенсеһе (50%) эшләһә, 45 йәштән өлкәндәр араһында һәр дүртенсеһе генә (27%).

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас