

Башҡортостанда Туған тел көнөнә бағышлап «Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит» акцияһы ойошторолдо. Ул 15-21 февралдә үтә, тип хәбәр итте “Башинформ”.
Акцияның девизы — Рәми Ғариповтың «Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет / Китап ҡәҙерен белгән кешегә» тигән шиғыр юлдары.
Акция ҡатнашыусылар бер-береһенә туған телдә донъя күргән яратҡан китаптарын бүләк итергә тейеш.
Сара социаль селтәрҙәрҙә #туғантелдә китапбүләкит хештегы менән яҡтыртыла.
Акцияны Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте күтәреп алды, улар ҡиммәтле энциклопедик һәм академик баҫмаларҙы республика мәктәптәренә бүләк итте.
Сараға дәүләт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, уҡытыусылар, белем биреү ойошмалары уҡыусылары ла ҡушылды.
Башҡортостандың Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы барыһын да «Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит» республика акцияһына ҡушылырға саҡыра.