Йәмғиәт Общество
18 Февраль 2022, 08:45

Тоҙға хаҡ барыһынан күберәк артҡан

Башстат аналитиктары аҙыҡ-түлеккә хаҡтар мониторигы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы

Тоҙға хаҡ барыһынан күберәк артҡанТоҙға хаҡ барыһынан күберәк артҡан
Тоҙға хаҡ барыһынан күберәк артҡан

Һуңғы аҙнала барыһынан күберәк тоҙ, аҡ күсәнле кәбеҫтә, ҡыяр һәм банандар ҡиммәтләнгән, тип хәбәр итә Gorobzor.ru.

Тоҙҙоң хаҡы 3,9%-ҡа артып, 10,96 һум тәшкил иткән. Кәбеҫтә 3,4% (1 кг 60,26 һум), ҡыяр 2,7% (187,33 һум) ҡиммәтләнгән. Бананға хаҡ 2,6%-ҡа артҡан, хәҙер уның уртаса хаҡы 1 кг өсөн 81,90 һум тәшкил итә.

Шулай уҡ балалар өсөн емеш-еләк консерваларына, һыйыр майына һәм бешерелгән колбасаға хаҡтар бер аҙ артыуы күҙәтелә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас