

Башҡортостанда ошо йылдың һуңғы матур датаһы ғашиҡтар араһында бик популяр. 22.02.2022 шишәмбе көнгә тура килһә лә, республикала 398 пар рәсми рәүештә никахтарын теркәй, тип хәбәр итә “Башинформ” Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.
Көн аҙағына яҙылышҡан парҙарҙың кәмеүе лә, артыуы ла ихтимал, тип билдәләй белгестәр. Дәүләт комитеты вәкилдәре мәғлүмәттәргә төҙәтмәләр индереп барырға вәғәҙә иткән.
Бынан алда 2 февралдә (02.02.2022) республика ЗАГС-тарында 100 парҙың никахлашыуы тураһында хәбәр ителгәйне.