

Был конкурста балалар тәрбиәләгән йәки тәрбиләп үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған ғаиләләр ҡатнаша ала. Шулай уҡ ныҡлы ғаилә булдырып, кәмендә 30 йыл бергә ғүмер иткән парҙар ҙа конкурсанттар иҫәбенә инергә мөмкин.
Конкурс ике этапта үтә. Беренсе – муниципаль этап апрелдә була. Унда еңеүселәр киләһе этапҡа үтә. Төбәк этабындағы биш номинацияла еңеүселәр “Йыл ғаиләһе” бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ.