Йәмғиәт Общество
2 Март 2022, 04:15

Бер-беребеҙгә яҡын йөрөй алабыҙ

Роспотребнадзор йәмәғәт урындарында социаль дистанцияны һаҡламаҫҡа рөхсәт бирҙе

Бер-беребеҙгә яҡын йөрөй алабыҙБер-беребеҙгә яҡын йөрөй алабыҙ
Бер-беребеҙгә яҡын йөрөй алабыҙ

Рәсәйҙәргә йәмәғәт урындарында социаль дистанцияны һаҡламаҫҡа рөхсәт ителде, тип хәбәр итә “Башинформ”. Роспотребнадзорҙың яңы эпидемиологик тәҡдимдәренән күренеүенсә, хәҙер битлек кейеү һәм көсәйтелгән дезинфекция режимы ғына ғәмәлдә.

«Сир йоҡтороу осраҡтарының кәмеүен һәм клиник билдәләре булмаған сәләмәт кешеләр араһында «омикрон» вариантының таралыуын иҫәпкә алып, Рәсәй Федерацияһының баш дәүләт санитар табибы эпидемияға ҡаршы сараларҙы үткәреү буйынса методик тәҡдимдәрҙе раҫланы», — тиелә ведомство белдереүендә.

Фото: mosmonitor.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас