Йәмғиәт Общество
2 Март 2022, 10:45

Яҡташыбыҙ “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде!

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Яҡташыбыҙ “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде!Яҡташыбыҙ “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде!
Яҡташыбыҙ “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнде!

Бөгөн, 2 мартта, “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡотланы.

“Ҡатын-ҡыҙ милләт – әсәһе” проекты авторы һәм етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина сараның тантаналы өлөшөн “Ҡатын-ҡыҙ – әсә” номинацияһында еңеүселәрҙе – күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү менән асты.

Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа лауреаттар исемдәре билдәле булды. Еңеүселәргә кубоктар һәм бағыусыларҙан приздар тапшырылды.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнгән 15 ҡатын-ҡыҙ араһында яҡташыбыҙ – Байдәүләт ауыл биләмәһе Ҡоролтайы рәйесе, Байдәүләт ауыл биләмәһенең ветерандар советы ағзаһы, “Ҡарасәй” фольклор-этнографик ансамбле сәхнәләштереүсеһе һәм ҡатнашыусыһы Гөлзирә Йәмил ҡыҙы Юлдашбаева ла бар. Ҡотлайбыҙ!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас