

Селтәр магазиндарында үткәрелгән мониторинг күрһәткестәре буйынса һуңғы аҙнала кәбеҫтәгә (+9,8%), һыйыр майына (+7,7%), макаронға (+5,5%), консерваларға (+4,1%), шәкәргә (+3,4%), һөткә (+2,8%) һәм онға (+2,7%) хаҡ артҡан, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Шул уҡ ваҡытта министрлыҡта сусҡа итенә, икмәккә һәм ҡамыр аҙыҡтарына, шулай уҡ һыйыр итенә хаҡтар кәмеүен билдәләйҙәр.
“Аҙыҡ-түләккә хаҡ артыуы бер нисә факторға бәйле. Әммә етештереүселәрҙән һәм поставкалаусыларҙан һатып алып хаҡтары артыуы төп сәбәп булып тора. Шуныһы мөһим, үткәрелгән мониторинг күрһәткестәре буйынса аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡтар ҡапыл артыуы билдәләнмәне”, – тине БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймаҫ өсөн күп кенә федераль һәм төбәк селтәрҙәре социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡ өҫтәүҙе сикләне. Уларға икмәк-ҡалас изделиелары, шәкәр, һөт ризыҡтары һәм ҡайһы бер йәшелсәләр инә.
Фото: Валерий Шахов/”Башинформ”.