+24 °С
Ямғыр


Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм ЖКХ буйынса комитеты ағзалары күп балалы ғаиләләргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмдәрҙе 100 процент субсидияларға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Шулай уҡ 65 йәштән өлкәндәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмдәрҙең 70 процентын субсидияларға, эшһеҙ ағзалар булған ғаиләләргә лә бындай хеҙмәттәргә түләүгә субсидиялар бирергә тәҡдим ителә.