Йәмғиәт Общество
14 Март 2022, 12:15

Алтын табыу предприятиеларының эшмәкәрлеге туҡтатылды

Башҡортостандың ике районында дүрт алтын табыу компанияһының эшмәкәрлеге туҡтатылды

Алтын табыу предприятиеларының эшмәкәрлеге туҡтатылдыАлтын табыу предприятиеларының эшмәкәрлеге туҡтатылды
Алтын табыу предприятиеларының эшмәкәрлеге туҡтатылды

Учалы районында — «Альтинвест», «Баширемельресурс», Баймаҡ районында «Таналыҡ» һәм «Граф» предприятиеларының эше туҡтатылды. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә белдерҙе, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һуңғы ике компанияның эшмәкәрлегенән зыянды бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыуға баһаланы.

Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районында Оло Толпаҡ күлендә ҡом-ҡырсынташ карьерын эшкәртеү туҡтатылды.

Күлгә урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелде.

Фото:Валерий Шахов / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас