

Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй, Хоҙайбирҙин һәм Сәлих ауылдары халҡы үҙҙәренең территорияһында алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыу тураһында коллектив ҡарар ҡабул иткән. БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев граждандарҙың бындай хоҡуғы булыуын билдәләгән, тип яҙа “Башинформ”.
“Спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе локаль тыйыу республика законы менән билдәләнә, уның проектын район Советы эшләй. Әммә Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡарауына килер алдынан докмент БР Хөкүмәтенең ыңғай һығымтаһын алырға һәм көйләүсе йоғонто баһалауын үтергә тейеш” – тип белдергән ул.
Закон проекты БР Хөкүмәтенә ғинуар аҙағында тапшырылған. Уның буйынса ҡарар әле ҡабул ителмәгән әле, тип хәбәр иткән БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.
Шулай уҡ Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт һәм Яҡут ауылдары халҡы ла ошо көндәрҙә үҙҙәренең ауылдарында “ҡоро закон” индереү теләге тураһында белдергән. Был ауылдар “Айыҡ ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнаша.
Шул уҡ ваҡытта Константин Толкачев алкоголь һатыуҙы тыйыу ғына сәләмәт йәшәү рәүеше культураһын формалаштырыуҙы гарантияламауын белдерҙе. “Иң элек спиртлы эсемлектәр ҡулланыу кешеләрҙең көндәлек тормошонда норма булыуын туҡтатыу өҫтөндә эшләргә кәрәк”, – тине парламент спикеры.
Фото:Ксения Калинина / "Башинформ"