

Луганск өлкәһенең Генерал Шайморатов исемен йөрөткән Петровское мәктәбе директоры Гөлназ Серова Өфөләге Конгресс-Холл эргәһендәге концерт-митингта ҡатнашыусыларға мөрәжәтендә шулай тип белдерҙе. Был хаҡта Башшҡортостан ДТРК-һы хәбәр итте
Ошо көндәрҙә Луганск халыҡ республикаһынан 30 бала Өфөгә килгәйне.
Шаймортав исемендәге мәктәп директоры Гөлназ Серова республикаға ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Беҙ бында балаларыбыҙға тыныс тормош өлгөһөн күрһәтергә, тип килдек. Башҡортостан Республикаһынан хәйриә ярҙамы беҙгә даими тапшырылып тора, 2015 йылдан башлап”, — тине Гөлназ Камил ҡыҙы.