Йәмғиәт Общество
18 Марта 2022, 04:45

Рәсәй магазиндарында тауарҙарға ташламалар бөтөрөлә

X5 Group ритейлерының бер нисә партнеры Рәсәйҙәге магазиндар өсөн ташламаларҙан һәм промоакцияларҙан баш тартҡан

Рәсәй магазиндарында тауарҙарға ташламалар бөтөрөләРәсәй магазиндарында тауарҙарға ташламалар бөтөрөлә
Рәсәй магазиндарында тауарҙарға ташламалар бөтөрөлә

“Пятерочка” һәм “Перекресток магазиндары ингән X5 Group ритейлерының бер нисә партнеры Рәсәйҙәге магазиндар өсөн ташламаларҙан һәм промоакцияларҙан баш тартҡан, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Февраль аҙағынан промакцияларҙы халыҡ-ара корпорациялар ҙа, Рәсәйҙең импортҡа бәйле булған етештереүселәре лә ғәмәлдән сығарған.

Күп кенә потавкалаусылар шул уҡ ваҡытта ташламаларҙан тулыһынса баш тартмаған, ә сауҙа селтәрҙәренә ваҡытлыса пауза тураһында хәбәр иткән. Промоакциялар буйынса хаҡтарҙы төшөрөү потавкалаусылар менән килешкәндә генә мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас