

Башҡортостанда һәм тотош Рәсәйҙә электроника магазиндары техниканы бүлеп түләү мөмкинлеге менән һатып алыуҙы ваҡытлыса туҡтатты, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы. «М.Видео», DNS һәм «Эльдорадо» магазиндары вәкилдәре агентлыҡҡа ошо мәғлүмәтте раҫлаған. Улар әйтеүенсә, бындай тауарҙарҙы һатып алыу өсөн бер юлы 100 процент түләргә кәрәк.
Сәбәбе — Үҙәк банктың төп ставканы күтәреүе һәм донъяла килеп тыуған хәлгә бәйле валюталар курсының үҙгәреп тороуы.
Шул уҡ ваҡытта электроника һәм көнкүреш техникаһы селтәрҙәрендә клиенттар өсөн кредит хеҙмәте һаҡлана.