Йәмғиәт Общество
26 Март 2022, 04:45

Билдәле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуы республика кимәлендә билдәләнсәк

Ярашлы указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы

Билдәле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуы республика кимәлендә билдәләнсәкБилдәле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуы республика кимәлендә билдәләнсәк
Билдәле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуы республика кимәлендә билдәләнсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күренекле совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1967-1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ның Юғары советы президиумы рәйесе Фәйзулла Вәли улы Солтановтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә “Башинформ”. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдиме менән парламент музейында Башҡорт АССР-ының Юғары советы президиумы рәйесе эшмәкәрлеге тураһында экспозиция асыла.

Бынан тыш, Өфө хакимиәтенә Мосолмандар зыяратында ерләнгән Фәйзулла Солтановтың ҡәберен кәртәләп алыу һәм ҡәбер ташы ҡуйыу эштәрен ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Өфө ҡала Советына «Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә Ф. В. Солтановтың исемен бирергә» тәҡдим ителде, тиелә Башҡортостан Башлығы указында.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас