Йәмғиәт Общество
31 Март 2022, 15:28

Рәсәйгә аҡса эшләргә килеүсе сит ил вәкилдәре күпләп кире ҡайта

Был хаҡта тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, азербайджан диаспоралары етәкселәре хәбәр иткән. Был нимәгә бәйле?

Рәсәйгә аҡса эшләргә килеүсе сит ил вәкилдәре күпләп кире ҡайтаРәсәйгә аҡса эшләргә килеүсе сит ил вәкилдәре күпләп кире ҡайта
Рәсәйгә аҡса эшләргә килеүсе сит ил вәкилдәре күпләп кире ҡайта

Рәсәйгә аҡса эшләргә килгән был халыҡ вәкилдәре, баҡһаң, эш хаҡын долларға бәйле алған. Һуңғы арала валюта баҙарында барған үҙгәрештәр сәбәпле, улар аҡсаларын "юғалта" икән.

Мәҫәлән, Ҡырғыҙстан хеҙмәт мигранттарын адаптациялау буйынса проект етәксеһе Маҡсатбек Абдуназаров бына нимә тей:

- Кеше Рәсәйҙә киле, эшләп, өйөнә аҡса ебәрәм тиһә, хәҙер был отошһоҙ. Элек 1000 һум беҙҙә 1400 сом тәшкил итһә, бөгөн ул 600 сомға тигеҙ.

Шулай уҡ улар ғаиләләренә аҡса ебәреүҙә лә ҡыйынлыҡтар менән осрашҡан. "Аҡса ебәреү мөмкинлеге сикләнде. Элек яҡташтарым Вестен Юноин менән Сбербанк һәм ВТБ аша эшләһә, хәҙер Мастеркард менән Визалағы аҡсаларҙы күсереп булмай", - ти үзбәктәрҙең Мәскәүҙәге диаспораһы вәкиле Бахром Исмаилов.

Һеҙгә нисек был яңылыҡ?

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас