

БР хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә Башҡортостанда кәбеҫтә ҡиммәтләнеүенең сәбәптәрен атаны, тип яҙа "Башинформ".
Уның әйтеүенсә, хаҡтар артыуы иң элек былытрғы ҡоролоҡҡа бәйле, йәйен ямғырҙар әҙ яуғанлыҡтан уңыштың мул булмаған һәм продукт тиҙ бөткән. Аңларға кәрәк, был сезонлы продукт һәм сентябрҙә уңыш йыйған ваҡытта уның хаҡы апрель-май айҙарында сит илдәрҙән индергән ваҡыттағыға ҡарағанда түбәнерәк.
Икенсе сәбәп – аҡса курсындағы айырма продуктты башҡа илдәрҙән һатып алғанда хаҡҡа йоғонто яһай. Хәҙер магазин кәштәләрендә нигеҙҙә яҡын сит илдәрҙән килтерелгән кәбеҫтә.
"Необходимо выстраивать долгосрочные отношения с теми странами, которые производят капусту, именно тогда, когда мы не можем её выращивать из-за агроклиматических условий. Это поможет подойти к ценообразованию более прогнозировано. Такая работа уже ведется с Казахстаном и Узбекистаном", – тип яҙҙы Андрей Назаров.