

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә тап шундай “тәгәрмәсле өйҙәр” эшләүсе йүнселдәр хаҡында яҙҙы, тип хәбәр итә “Башҡортостан” гәзите.
"Тәгәрмәсле өй"ҙәрҙе "Kami camper" компанияһынан беҙҙең Өфө егеттәре эшләй башланы. Атап әйткәндә, был автомобилдәр өсөн прицеп, уны алыҫҡа сәйәхәт иткәндә файҙаланырға мөмкин. Сит илдә транспорттың был төрө бик популяр, Рәсәйҙә ундайҙар әлегә бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Идея авторҙары белдереүенсә, уларҙың "тәгәрмәсле өй"ҙәре йылы һәм еңел. Эсендә бар уңайлыҡтар булдырылған, ҡояш панелдәрен урынлаштырырға ла мөмкин, улар үҙ сиратында электр энергияһы бирәсәк.
"Прицеп-өй"ҙәрҙе ҡуртымға алырға мөмкин, улар менән Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт итергә лә була. Минеңсә, кемдәр "ҡырағай" туризмды үҙ итә, уларға бигерәк тә ҡулай буласаҡ.
Бер яҡтан яҡшы реклама килеп сыҡһа, икенсенән – сәйәхәт итергә яратҡандарға бик яҡшы альтернатива, тимәк, эске туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр ҙә", – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнәнештә"ге сәхифәһе / “Башҡортостан.