+24 °С
Ямғыр


Рәсәйҙә инвалидлыҡ буйынса пенсия автоматик рәүештә тәғәйенләнә башлай, тип вәғәҙәләне Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин дүшәмбе Дәүләт Думаһында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы менән осрашыуҙа, тип яҙа “Башинформ”.
«Тейешле пенсия алыу өсөн ғариза бирергә кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә тәғәйенләнә, аҡса инвалидлыҡты рәсмиләштергәс тә түләнә», — тине министрҙар кабинеты башлығы.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.