Йәмғиәт Общество
5 Апреля 2022, 06:45

Коронавирус йоҡтороусылар һаны йылдам кәмей

Һуңғы тәүлектә 487 яңы осраҡ теркәлгән

Коронавирус йоҡтороусылар һаны йылдам кәмейКоронавирус йоҡтороусылар һаны йылдам кәмей
Коронавирус йоҡтороусылар һаны йылдам кәмей

Башҡортостандың коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабының 5 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала ауырыусылар һәм дауаханаға эләгеүселәр һаны йылдам кәмей. Һуңғы тәүлектә 487 яңы осраҡ теркәлгән, пандемия башланғандан алып Ковид-19 йоҡтороусылар һаны 278 683-кә етте.

Ковид-госпиталдәрҙә бөгөн 90 кеше дауалана, шуларҙың 62-һе 60 йәштән өлкән. 2956 кеше, шул иҫәптән 60+ йәштәге 1802 кеше – абулатор дауаланыуҙа.

Һауығыусыларҙың дөйөм һаны республикала 270 меңдән артҡан. 2 411 990 кеше тулыһынса вакциналанған.

Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас