

Өфөнөң дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Volkswagen Caddy автомобиле менән идара иткән 24 йәшлек ир 3 йәшлек ҡыҙҙы бәргән. "Самокатта йөрөгән ҡыҙ, ҡапыл юлға килеп сыҡты" - тип аңлатҡан водитель был хәлде. Ваҡиға һөҙөмтәһендә бала төрлө йәрәхәттәр алған. Медицина ярҙамы күрһәтелгәс, ул ата-әсәһе менән өйөнә ҡайтарылған.
Ер-һыу кибеп, юлдар асылғас, балалар кемеһе - самокатта, кемеһе велосипедта йәки роликта сыға башланы. Хатта мопед-скутерҙарҙа елдергән үҫмерҙәр ҙә күренгеләп ҡала. Был хәрәкәт итеү саралары балаларҙың һаулығына зыян килтермәһен ине! Бының өсөн, хөрмәтле ата-әсәйҙәр, улдарығыҙға һәм ҡыҙҙарығыҙға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, ҡайһы тирәлә йөрөүөү хәүефһеҙ буласағын аңлатһағыҙ ине. Ә таныҡлыҡ талап иткән транспорт сараһында йөрөргә рөхсәт итеп, үҙегеҙ ҙә законды боҙаһығыҙ, балағыҙға ла "шулай ярай икән" тигән уйҙы һеңдерәһегеҙ. Полицияға эләгә ҡалһа, бының өсөн һеҙгә яуап бирергә тура киләсәк. Штраф менән генә сикләнһәгеҙ ярай ҙа бит...