Йәмғиәт Общество
11 Апреля 2022, 05:45

Май байрамдарында отпуск алыу отошло

Эксперттар май айында отпуск алыу өсөн отошло даталарҙы атаны

Май байрамдарында отпуск алыу отошлоМай байрамдарында отпуск алыу отошло
Май байрамдарында отпуск алыу отошло

Быйыл Рәсәйҙә 2 майҙан 8-нә тиклем отпуск алыу отошло, сөнки был осраҡта хеҙмәткәр күберәк аҡса аласаҡ, тип хәбәр итә РИА Новости SuperJob сервисы мәғлүмәттәренә һылтанма менән.

“Әгәр 2 майҙан 8-нә тиклем отпуск алһаң, отошло, сөнки 2,3,7 һәм 8 май эш хаҡы түләнмәй торған көндәр. Әммә был көндәр отпускыға инһә, улар өсөн уртаса эш хаҡы түләнәсәк. Шуға күрә һөҙөмтәлә хеҙмәткәр дөйөм график буйынса эшләгәнгә ҡарағанда күберәк аҡса аласаҡ”, – тиелә SuperJob тикшеренеүендә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас