Йәмғиәт Общество
15 Апрель 2022, 07:45

Ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы оҡшатасаҡ

Башҡортостан Башлығы башҡорт орнаменттары һалынған костюмдарҙы юғары баһаланы

Ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы оҡшатасаҡҠатын-ҡыҙҙар уларҙы оҡшатасаҡ
Ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы оҡшатасаҡ

“Мине үҙеббеҙҙең компанияларҙы рекламалауҙа әллә күпме ғәйепләргә мөмкин. Әммә мин, ысынлап, та беҙҙең эшҡыуарҙарҙы юғары баһалайым”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Милли костюм көнөнә Өфөнөң “Ағиҙел” предприятиеһы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән эшлекле костюмдар коллекцияһын сығарған. Күп кенә эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы оҡшатасаҡ, тип ышана Башлыҡ.

“Бер-ике йыл элек беҙ кейемдәге шундай традиция элементтарына моданы тергеҙә алдыҡ. Шул саҡтан алып Башҡортостандә йәшәгән халыҡтарҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу һәм иғтибар арта ғына бар”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас