Йәмғиәт Общество
15 Апрель 2022, 09:15

Баҡсасылыҡҡа ярҙам күрһәтелә

Башҡортостанда баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн 100 миллион һум бүленде

Баҡсасылыҡҡа ярҙам күрһәтеләБаҡсасылыҡҡа ярҙам күрһәтелә
Баҡсасылыҡҡа ярҙам күрһәтелә

Быйыл Башҡортостан бюджетынан баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеүгә 100 миллион һум бүленде. Шуның яртыһы – электр менән тәьмин итеүгә, икенсе яртыһы юл инфраструктураһына йүнәлтелә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика баҡсасыларының «SMART-баҡсасы» беренсе форумында белдерҙе, тп хәбәр итә “Башинформ”.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, трансформаторҙар һәм электр тапшырыу линиялары заманса йөкләмәләргә яуап бирмәй. Уларҙың күбеһе иҫкергән. Даими техник хеҙмәтләндереү, капиталь ремонт, селтәрҙәрҙе яңыртыу йәки алмаштырыу талап ителә.

«Баҡсасылыҡ ширҡәттәренең тағы бер бер проблемаһы – юл инфраструктураһы. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә инеү юлдарының дөйөм оҙонлоғо – 1 600 саҡрым. Хужалары билдәләнгән 30 саҡрымлыҡ юлды ремонтлауға быйыл 50 миллион һум йүнәлтәбеҙ. Был 77 баҡсасылыҡ ширҡәтенә инеү юлын һалырға мөмкинлек бирергә тейеш», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Бөгөн республикала баҡсасылар армияһы бик ҙур, яҡынса 1500 ширҡәт бар.

Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас